Салауат башҡорт театры XIX Халыҡ-ара Ҡара диңгеҙ театр фестивалендә ҡатнаша

Салауат башҡорт театры XIX Халыҡ-ара Ҡара диңгеҙ театр фестивалендә ҡатнаша

Салауат башҡорт театрының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Салауат башҡорт драма театры Төркиәнең Трабзон ҡалаһына XIX Халыҡ-ара Ҡара диңгеҙ театр фестивалендә ҡатнаша.

Быйыл Салауат театры төрөк драматургы Тунджер Джюдженоглуның пьесаһы буйынса ҡуйылған «Көтөлмәгән ҡунаҡ» спектаклен сәхнәләштергәйне. Алдағы яңылыҡтарҙа хәбәр итеүебеҙсә, 2017 йылдың декабрендә автор Салауатҡа спектаклдең премьераһына килгәйне, драматург шул мәлдә театр коллективын Төркиәгә Театр фестиваленә саҡырғайны.

XIX Халыҡ-ара Ҡара диңгеҙ театр 5-9 майҙа үтә. Фестивалгә 2000 йылда Анкараның төрөк дәүләт театрҙарының баш идаралығы башланғыс һалған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb