Салауат драма театры Ноғман Мусиндың әҫәре буйынса спектакль әҙерләй

Салауат драма театры Ноғман Мусиндың әҫәре буйынса спектакль әҙерләй

Салауат дәүләт башҡорт драма театры Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты Ноғман Мусиндың әҫәре буйынса «Ғүмерҙең бер мәле» исемле яңы спекталь өҫтөндә эш башланы.

Яңы постановка “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты сиктәрендә башҡарыла.

Спектаклде сәхнәгә йәш режиссер, театр актрисаһы Лиана Ниғмәтуллина ҡуя. Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған йәш белгес менән тамашасылар С.Маршактың «Кошкин дом», А.Пушкиндың «Сказка о царе Салтане», З.Сөләймәновтың «Три поросенка», Ш.Перроның «Золушка» сәхнә әҫәрҙәре буйынса таныш. 2015 йылда Заман драматургияһы үҫешенә тәғәйенләнгән федераль грант сиктәрендә Лиана Ш.Шәкүрованың «Олюшкино счастье» пьесаһын сәхнәләштерә. 2018 йылда РФ театр эшмәкәрҙәре союзының дәүләт премияһына лайыҡ була. Рифҡәт Исмәғилев етәкселегендәге милли театрҙар режиссерҙары лабораторияһы исемлегенә инеп, 12-20 сентябрҙә Грозный ҡалаһында үтәсәк «Федерация» Икенсе бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә ҡатнашасаҡ.

 «Ғүмерҙең бер мәле» спектакленең беренсе уҡыуы 17 июлдә – Ноғман Мусиндың тыуған көнөндә үтте. Уға 89 йәш тулды. Автор белдереүенсә, был спектакль уның әҫәрҙәре буйынса әҙерләнгән беренсе сәхнә әҫәре буласаҡ. Шуға күрә ул бер юлы тулҡынлана һәм шатлана ла.

Спектаклдең премьераһы менән театр 88-се ижад миҙгелен асырға ниәтләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb