Салауат драма театрында Риза Мәһәҙиевты иҫкә алдылар

Салауат драма театрында Риза Мәһәҙиевты иҫкә алдылар

Салауат дәүләт башҡорт драма театрында Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиевтың "Һине юҡһына күңел..." исемле хәтер кисәһе уҙҙы. Быйыл 13 мартта уға 50 йәш тулған булыр ине...

Кисәлә тамашасы залы уның ижадын яратыусылар менән тулы ине. Үҙҙәренең яратҡан коллегаһын иҫкә алырға тип, Өфөнән уның курсташтары ашҡынып килеп еттеләр. Сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ артистары Вилдан Яруллин һәм Артур Туҡтағолов дуҫының яҡты иҫтәлегенә арнап йыр башҡарҙылар. Шулай уҡ, Риза Мәһәҙиевтың уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Хөсәйенова Земфира Хәмзә ҡыҙы ла уның студент булараҡ ниндәй яҡшы кеше булыуы хаҡында үҙ хәтирәләре менән бүлеште. Әлбиттә, Риза Рафаил улының ҡатыны, ҡыҙы, өс ейәнсәре һәм барлыҡ туғандары ла килгәйне.

Тамашасылар өсөн ҙур экранда спектаклдән өҙөктәр күрһәтелде, Риза Мәһәҙиев башҡарыуында йырҙар яҙмаһы яңғыраны. 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb