Салауат драмтеатрында "Әкиәт иленә сәйәхәт" проекты эш башланы

Салауат драмтеатрында "Әкиәт иленә сәйәхәт" проекты эш башланы

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының бәләкәй сәхнәһендә яңы проект үҙ эшен башланы.

Хәҙерге ваҡытта беҙҙең балалар күберәк телевидение һәм интернет аша әхлаҡи нормалар рамкаһынан ситкә киткән сит ил йәнһүрәттәрен ҡарайҙар һәм уларҙан үлтереш, ҡан-ҡойош күренештәрен күреп үҫәләр. Был уларҙы агрессияға, бер-береһенә йәлләү тойғоһо булмауына, ҡаты бәғерлелеккә алып килә. Ә бит балаға тыумыштан изгелек, миһырбанлыҡ, тәүфиҡлыҡ сифаттары һалына.

"Әкиәт иленә сәйәхәт" проекты сиктәрендә, ошо проблемаларҙы хәл итеү маҡсатында, "Айыу менән бал ҡорттары", "Йондоҙ сәскә", "Ҡурай" исемле башҡорт халыҡ әкиәттәре уҡылды. Проекттың авторы, театрҙың талантлы актрисаларының береһе Рәмзиә Мәҡсүтова күптән ошо хыял менән янып йөрөй ине һәм, ниһайәт, уны тормошҡа ашырҙы.

Башҡорт халыҡ әкиәттәрен тыңларға Салауат ҡалаһының балалары йыйылды. Бәләкәй ҡунаҡтарыбыҙ урындыҡтарға теҙелешеп ултырғандан һуң, әкиәт һөйләүсе Нәркәс Йомағужина, Рәсимә Хәйбуллина, Рәмзиә Мәҡсүтова апайҙарын ихлас тыңланылар. Уларға ҡушылып рәхәтләнеп йырланылар, төрлө онотолоп барған башҡорт уйындарын уйнанылар. Түшелдерек, ҡашмау, ҡурай менән яҡыныраҡ танышып, ҡулдарына тотоп, кейеп ҡаранылар.

Хатта Булат Булгаков ағайҙарының ҡурайҙа уйнаған көйҙәренә саф башҡортса баҫып, күмәкләшеп дәртләнеп бейенеләр.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb