Салауат дәүләт башҡорт драма театры 90-сы ижад миҙгеленә әҙерләнә

Салауат дәүләт башҡорт драма театры 90-сы ижад миҙгеленә әҙерләнә

Салауат дәүләт башҡорт драма театры коллективының отпускыһы тамамланды. Кисә труппа яңы юбилей миҙгеле алдынан йыйылыш уҙғарҙы. Алдағы миҙгел шуныһы менән үҙенсәлекле – 2023 йылдың яҙында театр 90 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына.

Театр директоры Айбулат Ҡотошев актерҙарҙы ижади миҙгелдең башланыуы менән ҡотланы һәм коллективты К.Ә. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжын тамамлаған ике йәш артист – Артур Тажетдинов һәм Гөлкәй Хәсәнова менән таныштырҙы. Труппаға шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Юнир Ғәйнуллин да ҡушылды. Ул күп йылдар Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында эшләгән.

Театрҙың баш режиссеры Лиана Ниғмәтуллина алдағы йылға ижади пландары менән уртаҡлашты.

Салауат дәүләт башҡорт драма театры Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы ойошторған "Театрҙар өсөн белгестәр" проекты еңеүселәре исемлегенә инде. Сентябрь башында театрға Рәсәй театр сәнғәте институты,  Н.С. Михалков исемендәге Кинематография һәм театр сәнғәте академияһы һәм башҡа мәртәбәле уҡый йорттары педагогы, режиссер, актриса  Мария Шмаевич киләсәк. Ул Салауат һәм Стәрлетамаҡ театрҙары артистары өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрә.

Йәнә мөһим яңылыҡ: Алексей Житковскийҙың пьесаһы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған "Һырғалаҡ" спектакле 2022 йылдың 11-19 сентябрендә Чечен Республикаһында уҙасаҡ "Федерация" IV Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивале афишаһына индерелгән.

Премьераларға килгәндә, тиҙҙән артистар "Ынйыҡай һәм Юлдыҡай"ҙы сәхнәләштерә башлай. Инсценировка авторы – Гөлсәсәк Саламатова. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Рөстәм Хәкимов. Спектакль "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

90-сы юбилей миҙгелен асыу тантанаһы 13 һәм 14 октябргә билдәләнгән.

Салауат дәүләт башҡорт драма театры тамашасылары бер юлы ике премьераны: Андрей Ивашкиндың "Һәйбәт ҡыҙ Лида" трагикомедияһын (режиссеры Нәркәс Искәндәрова) һәм Хәбибулла Ғәбитовтың "Ынйыҡай һәм Юлдыҡай" драмаһын ҡарай ала.

Билеттарҙы театр сайтында һатып алырға мөмкин.

Салауат дәүләт башҡорт драма театры 90-сы ижад миҙгеленә әҙерләнә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb