Салауат дәүләт башҡорт драма театры йәштәр менән тулыланды

Салауат дәүләт башҡорт драма театры йәштәр менән тулыланды

Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған Нәзифә Аласова менән Гөлсәсәк Зарипова Салауат дәүләт башҡорт драма театрында эш башланы. Дәүләкән ҡыҙы Гөлсәсәк бәләкәйҙән һүҙгә оҫта була. Уҡый-яҙа белмәгән сағында уҡ яҡындарын, ауылдаштарын шиғыр ятлауға әүәҫлеге менән хайран итә. Нәзифә иһә йырларға ярата. Моңло тауышлы ҡыҙ төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша, “Баймаҡ йондоҙсоғо” конкурсында төп бүләккә лайыҡ була. Ғөмүмән, Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатына осраҡлы килмәй ҡыҙҙар. Артабан сәнғәт институтына, унан Салауат театрына ҙур теләк менән аяҡ баҫалар.

Коллективтың ихлас ҡаршы алыуы, оло апай-ағайҙарҙың арҡанан һөйөп яратыуы бөтә шиктәрҙе таратты. Театр директоры Илдар Маннапов, ижади коллективҡа идара итеүсе Рөстәм Фазылов, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев алдан уҡ имтихандарға килеп, һәләте­беҙҙе самаланы, фатиха бирҙе. Ҡала йәш, матур, халҡы ихлас. Беҙгә тырышып, янып ижад итергә генә ҡала, ти ҡыҙҙар.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb