Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә “Шукшин” спектакле ҡуйыласаҡ
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 13 октябрь 2016
Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә “Шукшин” спектакле ҡуйыласаҡ
Тиҙҙән Салауат дәүләт башҡорт драма театры күптәребеҙ яратып уҡыған Василий Шукшиндың хикәйәләренә таянып яҙылған “Шукшин” спектаклен тамашасы хөкөмөнә сығарасаҡ.
Театрҙың совет әҙәбиәтенең мираҫ әҫәрҙәренә беренсе тапҡыр тотоноуы. "Ваня, ты как здесь?", "Миль пардон, мадам", "Микроскоп", "Верую", "Мой зять украл машину дров" хикәйәренә таянып ҡуйылған был постановка тамашасыларға бик оҡшар тигән теләктәбеҙ.
Спектаклдең ҡуйыусы - режиссеры Мәскәү ҡалаһынан Антон Федоров. Беренсе тапҡыр Антон Федоров Салауат театрында Мостай Кәримдең “Ауыл адвокаттары” повесына таянып “Ерҙәштәр" спектаклен сәхнәләштергәйне инде. Ҙур уңыш менән барған тәүге спектакль тамашасыларға бик оҡшаны.
Режиссерҙың килеүен артистар ҙур түҙемһеҙлек менән көттө, репетициялар башланған да инде. Сәхнә өсөн туҡымалар, декорация өсөн материалдар һатып алынған да инде.Режиссерҙың ҡыҙыҡлы идея, ниәттәре бик күп. Тәржемә менән ҡыйынлыҡтар булманы, әҫәрҙе рус теленән башҡортсаға тәржемә эшен З.Исмәғилев исемендәге ӨДСИ –ның башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Саламатова үҙ өҫтөнә алды.
Ролдәрҙә: БР халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, БР атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сәфиуллина, Фәтих Ҡолһарин, шулай уҡ театр артистары-Рөстәм Фазылов, Риф Мусин, Нәркәс һәм Мираҫ Йомағужиндар, Рафаэль Ғәйнуллин, Айһылыу Лоҡманова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Лиана Ниғмәтуллина, Револь Ғималов һәм Радик Ғәлиуллин.
Мәғлүмәт өсөн: Федоров Антон Павел улы –Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. 2006 йылда Б.В. Щукин исемендәге ВТУ тамамлаған, әлеге көндә режиссер һөнәре оҫталыҡтарына уҡып йөрөй. 2007 йылдан алып Мәскәү ҡалаһының «Другой театр», «Практика» театрҙарында эшләй.
Спектаклдең премьераһы 2016 йылдың 4 ноябренә планлаштырылған.
Тамашаға рәхим итегеҙ!
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө