Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә “Шукшин” спектакленең премьераһы
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 02 ноябрь 2016
Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә “Шукшин” спектакленең премьераһы
4, 10 ноябрь көндәре Салауат дәүләт башҡорт драма театры күптәребеҙ яратып уҡыған Василий Шукшиндың хикәйәләренә таянып яҙылған “Шукшин” спектакленең премьераһына саҡыра.
Театрҙың совет әҙәбиәтенең мираҫ әҫәрҙәренә беренсе тапҡыр тотоноуы. "Ваня, ты как здесь?", "Миль пардон, мадам", "Микроскоп", "Верую", "Мой зять украл машину дров" хикәйәренә таянып ҡуйылған был постановка тамашасыларға бик оҡшар тигән теләктәбеҙ.
Спектаклдең ҡуйыусы - режиссеры Мәскәү ҡалаһынан Антон Федоров. Беренсе тапҡыр Антон Федоров Салауат театрында Мостай Кәримдең “Ауыл адвокаттары” повесына таянып “Ерҙәштәр" спектаклен сәхнәләштергәйне инде.
Ҙур уңыш менән барған тәүге спектакль тамашасыларға бик оҡшаны.
Тәржемә менән ҡыйынлыҡтар булманы, әҫәрҙе рус теленән башҡортсаға тәржемә эшен З.Исмәғилев исемендәге ӨДСИ –ның башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәсәк Саламатова үҙ өҫтөнә алды.
Ролдәрҙә: БР халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, БР атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сәфиуллина, Фәтих Ҡолһарин, шулай уҡ театр артистары-Рөстәм Фазылов, Риф Мусин, Нәркәс һәм Мираҫ Йомағужиндар, Рафаэль Ғәйнуллин, Айһылыу Лоҡманова, Рәмзиә Мәҡсүтова, Лиана Ниғмәтуллина, Револь Ғималов һәм Радик Ғәлиуллин.
Мәғлүмәт өсөн: Федоров Антон Павел улы –Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. 2006 йылда Б.В. Щукин исемендәге ВТУ тамамлаған, әлеге көндә режиссер һөнәре оҫталыҡтарына уҡып йөрөй. 2007 йылдан алып Мәскәү ҡалаһының «Другой театр», «Практика» театрҙарында эшләй.
Тамашасыларҙы 4 һәм 10 ноябрҙә "Шукшин" спектакленең премьераһына көтөп ҡалабыҙ.
Спектаклдәргә рәхим итегеҙ!
Гүзәл Багаева
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт ғалимы һәм мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө