19 октябрь көнөТуймазы татар дәүләт драма театры сәхнәһендә Салауат дәүләт башҡорт драма театры спектаклдәре күрһәтеләсәк.
Кисен, 19.00 сәғәттә Англия драматургы Рей Куниның “№13” комедияһы уйналасаҡ.
«Спектаклдең сюжеты ябай. Британ премьер-министрының ярҙамсыһы Ричард Уилли үҙенең Джейн исемле секретаре менән ҡала ҡунаҡханаһының 13-сө һанлы бүлмәһендә аулаҡҡа ҡалалар. Һөйәркәләр ҡапыл был бүлмәлә үлек ир кәүҙәһен табалар.Күрәһең, ул тәҙрәгә ҡыҫылып ҡалған бур була. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан был бәлә уларҙы хурлыҡҡа килтерергә мөмкин. Шуға күрә Ричард үҙенең ярҙамсыһы Джордж Пигден менән төрлөсә мәйетте йәшерергә тырышалар. Ләкин һәр бер эшләнгән аҙым хәлде бутай ғына. Ҡунаҡхананың идарасыһы, һуңынан Ричард Уиллиның ҡатыны, секретарь Джейндың көнсөл ире килеп кереүҙәре бөтөнләй хәлде хөртәйтә. Ә инде мәйеттең ҡапыл...Әлегә был сер булып ҡалһын...»
Англия драматургы Рей Куниҙың "№13" әҫәре (оригинал исеме "Out of Order") 1991 йылда яҙылған. Был пьеса 1999 йылда британ критиктары менән ыңғай баһалана һәм Лоуренс Оливье премияһына лайыҡ була. 2000 йылда Европала иң шәп комедия тип таныла. 2001 йылда режиссер Владимир Машков "№13" әҫәрен А.П.Чехов исемендәге МХАТа сәхнәһендә ҡуя.
Ролдәрҙә: Башҡортостандың халыҡ артисы Риза Мәһәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Нәүфилә Яҡупова, Фәтих Ҡолһарин, Гөлфирә Сәфиуллина,Наҙгөл Иҫәнбаева, артист Рөстәм Фазылов, шулай уҡ театрыбыҙҙың талантлы йәштәре Рафаэль Ғәйнуллин, Радик Ғәлиуллин, Мираҫ һәм Нәркәс Йомағужина, Рәмзиә Мәҡсүтова, Лиана Ниғмәтуллина, Револь Ғималов, Риф Мусин, Айһылыу Лоҡманова и Әмир Үтәбаев.