"Салауат йыйыны" республика фольклор байрамының ҡасан һәм ҡайҙа үтеүе билдәле булды

"Салауат йыйыны" республика фольклор байрамының ҡасан һәм ҡайҙа үтеүе билдәле булды

10 июндә Салауат районында «Һабантуй» халыҡ байрамы сиктәрендә «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы үткәрелә.

Сара башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуға арнала. Проект йәш быуында үҙ халҡына, тарихи үткәндәргә һөйөү, милли ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

Сара программаһында:

Иртәнге 9-ҙан төшкө 1-гә тиклем - Салауат Юлаев исеме менән бәйле иң яҡшы сувенир продукцияһына «Оран» республика конкурсы;

Башҡорт күпбәйгеһе буйынса «Салауат бәйгеһе» асыҡ турниры;

Көндөҙгө сәғәт 1-се яртыла «Беҙ - Салауат тоҡомо» республика конкурсы барышында егеттәр араһында - «Салауат батыры», ҡыҙҙар араһында «Йөҙөк ҡашы - Зөләйха» конкурстары уҙғарыла;

11 тула 20 минуттан 12-гә тиклем - Һабантуйҙы асыу тантанаһы;

1-се яртынан 2-гә тиклем – Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары  белгестәре араһында «Ялҡын» вокал сәнғәте асыҡ конкурсы.

Быларҙан тыш, байрам ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларҙы ат сабыштары, «Көрәш» бәйгеһе, спорт һәм халыҡ уйындары көтә.

Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Салауат районы муниципаль район хакимиәте, «Girzamusic» продюсерлыҡ үҙәге

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb