Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы быйыл 40 студентты ҡабул итте

Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы быйыл 40 студентты ҡабул итте

1 сентябрҙә Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы беренсе курсҡа 40 егет һәм ҡыҙҙы ҡабул итте. Студенттарҙы, уҡытыусыларҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе яңы уҡыу йылы башланыуы менән Мәҙәниәт министрлығының Мәғариф буйынса республика уҡытыу-методик үҙәге директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы, техник фәндәр кандидаты Лариса Марешова ҡотланы.

Белем көнөнә арналған тантаналы сара Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтарын күтәреүҙән башланды. Был мөһим эш иң тырыш студенттарға – Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендиаттары Әлиә Заһиҙуллина менән Эльвира Ғибәҙуллинаға йөкмәтелде.

«Беҙҙең колледжда 165 талантлы студент белем ала. Һәммәһенә лә яҡшы билдәләр, маҡсатҡа ынтылыш, ныҡлы һаулыҡ, күтәренке кәйеф теләйбеҙ»,- тине учреждение директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айгөл Ғимазетдинова.

Өлкән курстар һәм беренсе курс студенттары сағыу ижади номерҙар менән сығыш яһаны.

Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы быйыл 40 студентты ҡабул итте
Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы быйыл 40 студентты ҡабул итте
Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы быйыл 40 студентты ҡабул итте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb