Кисә, 5 августа, Салауат башҡорт дәүләт драма театры мәктәп лагерҙарына йөрөүсе балаларға үҙ ишектәрен асты.
Ай дауамында М. Бартеневтың "Бишкә тиклем һанайым" һәм В.Орловтың "Алтын себеш" спектаклдәре күрһәтеләсәк.
Әйткәндәй, яңы 89-сы миҙгелде театр 14 октябрҙә "Ғәфү ит мине, әсәй!" (Р. Батулла) моңһоу комедияһының премьераһы менән асырға йыйына. Режиссеры - Радик Ғәлиуллин.