Салауат театры директоры Айбулат Ҡотошов 50 йәшлек юбилейын билдәләй

Салауат театры директоры Айбулат Ҡотошов 50 йәшлек юбилейын билдәләй

Бөгөн Салауат дәүләт башҡорт драма театры директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ҡотошов Айбулат Миңлеғәле улы 50 йәшлек юбилейын билдәләй. 

Ҡотошов Айбулат Миңлеғәле улы үҙенең профессиональ карьераһын 1997 йылда З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерлыҡ бүлеген тамамлағандан һуң башлай.

1997-2012 йылдарҙа А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында драма артисы булып эшләй.

2012 йылдан Ишембай ҡалаһы хакимиәтенә мәҙәниәт бүлеге идаралығы етәксеһе итеп эшкә саҡырыла.

2015 йылдан - Сибай концерт-театр берләшмәһе директоры. 2021 йылда Салауат дәүләт башҡорт драма театры етәксеһе була.

Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb