Салауат театры Екатеринбург ҡалаһына фестивалгә юлланды

Салауат театры Екатеринбург ҡалаһына фестивалгә юлланды

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының Алексей Житковскийҙың "Горка" пьесаһы буйынса спектакле 20-30 июндә Екатеринбург ҡалаһында үткән “Коляда Plays” халыҡ-ара заманса драматургия театр фестивале афишаһына индерелгән. Салауаттар 22 июндә Екатеринбург дәүләт театр институтының Уҡыу театры сәхнәһендә сығыш яһай.

Был спектакль менән театр коллективы 2022 йылдың көҙөндә Грозный ҡалаһында «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә ҡатнашҡайны. Режиссеры - Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев.

"Горка" - балалар баҡсаһының йәш тәрбиәсеһенең көлкөлө лә, моңһоу ҙа тарихы. Педагог айына 15 мең һумлыҡ эш хаҡына йәшәргә, шул уҡ ваҡытта шәхси тормошон көйләргә, баш көллө эшкә сумырға тейеш. Иң мөһиме - кеше һәм шәхес булып ҡалыу. Был тарих тамашасыға йәшәү ҡиммәттәрен дөрөҫ билдәләү мөмкинлеген бирә.

Спектакль башҡорт телендә бара, рус теленә синхрон тәржемә менә тәьмин ителгән.

Киске сәғәт 7-лә башлана.

Адресы: Екатеринбург ҡалаһы, Карл Либкнехт урамы, 38.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb