Салауат театры Ноғман Мусиндың повесы буйынса премьера әҙерләне

Салауат театры Ноғман Мусиндың повесы буйынса премьера әҙерләне

Салауат башҡорт драма театры Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың «Ике ир һәм бер ҡатын» повесы буйынса фантастик төш сәхнәләштерҙе.

«Ғүмерҙең бер мәле» спектакленең премьераһы 2 октябрҙә була. Премьераға авторҙың һәм республика театр белгестәренең килеүе көтөлә.

Повесть буйынса инсценировканы Зөһрә Бураҡаева яҙған. Спектаклде йәш ҡуйыусы режиссер Лиана Ниғмәтуллина сәхнәләштерә.

Ҡуйыусы рәссам – Лилиә Хисмәтуллина, композитор – Илсаф Вәдүтов, хореограф – Ольга Даукаева, яҡтылыҡ рәссамы – Евгений Лисицын, вокал буйынса педагог– Айгөл Ғайсина. Ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Наҙгөл Иҫәнбаева, Нәүфилә Яҡупова, Гөлфирә Сафиуллина, артистар Нәркәс һәм Мирас Йомағужиндар, Радмир Дәүләтбаев, Әмир Үтәбаев, Риф Мусин, Радик Ғәлиуллин, Гөлфинә Ибәтуллина, Эльвина Мусина һәм Айнур Синағолов башҡара.

Спектакль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Тамаша башҡортса сәхнәләштерелә, рус теленә синхронлы тәржемә ителә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb