Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Салауат башҡорт дәүләт драма театры гастролдәре башлана. 13 апрель көнө театр сәхнәһендә Т. Миңнуллиндың “Әллә яҙмыш, әллә яңылыш” спектакле,ә 14 апрелдә ошо уҡ театр сәхнәһендә В. Шукшин әҫәрҙәренән торған тамашаны ҡарарға мөмкин. Гастроль спектаклдәре киске етелә башлана.
Туфан Миңнуллиндың "Әллә яңылыш, әллә яҙмыш" трагикомедияһын ҡуйыусы режиссер - Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов, рәссамы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеров, музыкаль яҡтан биҙәүсе - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Яҡуп Шәрипов.
Бергә уйнап үҫкән, бергә уҡыған айырылмаҫ ике дуҫ туйҙарын да хатта бер көндө үткәрәләр. Аяҙ көндә күк күкрәгәндәй яман шаңдау булып яңғыраған һуғыш йәштәрҙең киләсәккә булған матур өмөттәрен селпәрәмә емерә. Үлем менән йәшәү араһында ҡалған һалдаттар бер-береһенә нәҙер әйтешәләр: әгәр икеһе лә иҫән-һау ҡайтһалар, бер аҙнаға ҡатындарын алмашып торалар. Нәҙер әйтһәң, уны үтәмәйенсә ғүмерең өҙөлмәй, тип өмөтләнәләр... Ләкин әйкән нәҙерҙе үтәү – ай-һай, уйын эш түгел икән...
Ролдәрҙә: Башҡортостандың атҡаҙанған артисткалары Нәүфилә Яҡупова, Наҙгөл Иҫәнбаева, Фәтих Ҡолһарин һәм артист Риф Мусин.