Салауат театрында «Фәрештәләр беҙҙең эргәлә» спектакленең премьераһы уҙҙы

Салауат театрында «Фәрештәләр беҙҙең эргәлә» спектакленең премьераһы уҙҙы

Салауат дәүләт башҡорт драма театрында «Фәрештәләр беҙҙең эргәлә» спектакленең премьераһы уҙҙы. Гөлнара Янышеваның пьесаһы буйынса ҡуйылған был спектаклде Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рафаэль Ғәйнуллин ҡуйған. Спектакль махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына бағышланған.

Спектакль сюжеты беҙҙең көндәр ваҡиғаларына ҡайтып ҡала: төп герой Марсель махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уның яҡындары «Еңеү фәрештәләре» ирекмәндәр төркөмөнә ярҙам итә.

Премьераны ҡарарға Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина килде. Премьеранан һуң ул артистар, пьеса авторы һәм ирекмәндәр менән аралашты.

– Ошондай ҡатмарлы теманы уңышлы тапшырыу формаһын тапҡанһығыҙ. Һәр артистҡа оҫта уйын өсөн рәхмәт. Тормоштан алынған ошондай ваҡиғаларҙың циклын төҙөү шәп булыр ине, – тине Наталья Михайловна.

Махсус хәрби операция ҡатнашҡан яугир ҡатыны Гүзәл Ситдиҡова спектакль авторҙарына рәхмәт белдерҙе:

«Был спектаклде мин үҙ йөрәгем аша үткәрҙем. Героиняның «бер аҙна инде шылтыратыу юҡ» тигәне миңә шул тиклем таныш: иремдән өс аҙна буйына хәбәр килмәгән саҡтар булды. Телефондан ҡәҙерле кешеңдең тауышын ишеткәс, ниһайәт, Аллаға рәхмәт белдерәһең».

Тәүге тамашасылар иҫәбендә ҡаланың дөйөм белем биреү мәктәптәре уҡыусылары бар ине, улар яңы постановканан хайран ҡалды.

– Актерҙар был атмосфераны оҫта һүрәтләне, үҙебеҙ ҙә ошо хәлдең эсендә ҡалған кеүек тойолдо. Уларҙың уйнауы тәьҫирле һәм ихлас булды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты 21-се мәктәп уҡыусыһы Элина Алсынбаева.

Спектакль башланыр алдынан Салауат ҡалаһы ирекмәндәре йәш тамашасылар өсөн оҫталыҡ дәресе үткәрҙе, уларҙы яугирҙәребеҙ өсөн маскировка селтәрҙәре үрергә өйрәтте.

Салауат театрында «Фәрештәләр беҙҙең эргәлә» спектакленең премьераһы уҙҙы
Салауат театрында «Фәрештәләр беҙҙең эргәлә» спектакленең премьераһы уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb