Салауат дәүләт башҡорт драма театрында яҙыусы Мөнир Кунафиндың "Кешелеккә тоғролоҡ" тип аталған хикәйәһе буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы уҙҙы.
Инсценировка авторы - Башҡортостан Республикаһының Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева, ҡуйыусы режиссеры - Лиана Ниғмәтуллина, ҡуйыусы рәссамы - Юлиә Сиражетдинова, композиторҙары - Дилара Ғәбитова, Лариса Субботина (Мәскәү ҡалаһы), хореографы - Ольга Даукаева (Өфө ҡалаһы).
Исем туйында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт, мәғариф һәм ижади проекттар бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Зиннур Сөләймәнов, театр тәнҡитсеһе, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы Айһылыу Сәғитова, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхмәр Үтәбаев, драматург Салауат Әбүзәров, шағирә Гөлнара Хәлфетдинова, журналист Луиза Кирәева һәм Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Сергей Филатов булды. Шулай уҡ премьераны хикәйә авторы Мөнир Кунафин, инсценировка авторы Зөһрә Бураҡаева һәм композитор Дилара Ғәбитова ҡараны.
Ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Наҙгөл Иҫәнбаева, Гөлфирә Сәфиуллина, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рөстәм Фазылов, артистар Әмир Үтәбаев, Юнир Мансуров, Гөлфинә Ибәтуллина, йәш актрисалар Нәфисә Мәзитова, Эльвира Йәрмөхәмәтова, Йәнгүзәл Халиҡова һәм Лилиә Байгилдина башҡарҙы.
«Был уйландыра торған спектакль. Уны, һис шикһеҙ, ҡарарға кәрәк. Режиссер һәм рәссам сәхнәләге һәр әйбергә тәрән мәғәнә һалған, хатта ишек менән ултырғыс та уйланыуға этәрә. Айырыуса селтәр рәүешендә эленгән полиэтиленды ҙур табыш тип ҡабул иттем. Сөнки беҙҙең тормошобоҙ ҙа үрмәксе ауын хәтерләтә, ә беҙ уның эсендә сәбәләнәбеҙ, уңлы-һуллы бәреләбеҙ. Инсценировка авторы Зөһрә Бураҡаеваға яҙыусы Мөнир Кунафиндың тәрән фәлсәфәһен оҫта итепеткергәне өсөн рәхмәт», - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты шағир, драматург, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Әбүзәров.
22 мартта Салауат дәүләт башҡорт драма театры Өфөлә быйылғы миҙгел премьераһын – Алексей Житковскийҙың «Һырғалаҡ» спектаклен (14+ ) күрһәтәсәк. Гастролдәр М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Театр декадаһы сиктәрендә үтә. Электрон билеттарҙы ошо һылтанма буйынса һатып алырға мөмкин.