Салауат театрында «Әкиәт иленә сәйәхәт» проекты үҙ эшен дауам итә

Салауат театрында «Әкиәт иленә сәйәхәт» проекты үҙ эшен дауам итә

Салауат башҡорт дәүләт драма театрының бәләкәй сәхнәһендә балалар өсөн «Әкиәт иленә сәйәхәт» проекты бойомға ашырала. Проекттың авторы – һәләтле актриса Рәмзиә Мәҡсүтова.

Тәүге уҡыуҙарҙа «Айыу менән бал ҡорттары», «Йондоҙ сәскә», «Ҡурай» тигән башҡорт халыҡ әкиәттәре яэғыраған. Үҙенсәлекле сара барышында кескәйҙәр әкиәт тыңлап ҡына ҡалмай, шулай уҡ башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары, милли кейем өлгөләре менән таныша, онотолоп барған халыҡ уйындарын уйнай һәм башҡорт көйҙәренә бейеп, йырлап күңел аса.

Рәмзиә Мәҡсүтованың әйтеүенсә, проекттың төп маҡсаттары – кескәйҙәрҙә башҡорт теленә һөйөү уятыу һәм театрҙың киләсәк быуын тамашасыларын тәрбиәләү.

«Өләсәйҙәребеҙ беҙгә әкиәттәрҙе юҡҡа һөйләмәгән, сөнки бала саҡта һалынған мәғлүмәт ғүмерлеккә иҫтә уйылып ҡала. Бөгөн башҡорт телен белеп, туған телендә әкиәттәр тыңлап үҫкән балалар киләсәктә, башҡортса спектакль ҡарайым, тип театрға киләсәк. Проект әле башланып тора. Киләсәктә уның тармаҡтары күп буласаҡ, осрашыуҙар ауыҙ-тел ижадына ғына түгел, милли әҙәбиәткә лә бағышланасаҡ», - ти проект авторы.

«Әкиәт иленә сәйәхәт» проектына Салауат ҡалаһының башҡорт ата-әсәләр комитеты ҡушылған.

«Заман балалары йышыраҡ телевидение һәм интернет аша әхләҡи ҡанундарға яуап бирмәгән күренештәрҙе күреп үҫә, уларҙың кире йоғонтоһона бирелә. Былар барыһы ла ҡаты бәғерлелеккә, аҙғынлыҡҡа алып килә. Ә бит балаға тыумыштан изгелек, миһырбанлыҡ, тәүфиҡлылыҡ һалына, беҙ ошо матур сифаттарҙы үҫтереү өҫтөндә эшләргә бурыслы. Шуға күрә беҙ, ата-әсәләр, театрҙың яңы проектын хуплайбыҙ, сараларҙы ойоштороуҙа ярҙам итергә әҙербеҙ», - ти комитет рәйесе Фәнүр Байрамғолов.

Салауат театрында «Әкиәт иленә сәйәхәт» проекты үҙ эшен дауам итә
Салауат театрында «Әкиәт иленә сәйәхәт» проекты үҙ эшен дауам итә
Салауат театрында «Әкиәт иленә сәйәхәт» проекты үҙ эшен дауам итә
Салауат театрында «Әкиәт иленә сәйәхәт» проекты үҙ эшен дауам итә
Салауат театрында «Әкиәт иленә сәйәхәт» проекты үҙ эшен дауам итә

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb