Салауат театрының Өфөләге гастролдәре аншлаг менән уҙҙы

Салауат театрының Өфөләге гастролдәре аншлаг менән уҙҙы

Кисә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Салауат дәүләт башҡорт драма театры сығыш яһаны. Коллектив уҙған ижади миҙгел премьераһын - Сәрүәр Суринаның пьесаһы буйынса «Абау, димсе килә!» музыкаль комедияһын күрһәтте.

Комедияның төп геройы – димсе Әминә үҙенең матурлығын, ҡатын-ҡыҙ аҡылын һәм тормош һөйөүсәнлеген юғалтмаған. Ул тол ҡалған бай ир Рифкә кейәү эҙләй. Йорт хужаһының ҡыҙҙары, кейәүҙәр һәм бөтә геройҙар өсөн дә мөхәббәт ауылына әйләнгән ауылдың халҡы ла мауыҡтырғыс ваҡиғалар өйөрмәһендә ҡала. Иң мөһиме – мөмкинлегеңде ҡулдан ысҡындырмау һәм мажараларға, хис-тойғоларға ҡаршы аҙымды ваҡытында яһау.

Ҡуйыусы режиссер — Зиннур Сөләймәнов, ҡуйыусы рәссам— Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор — Илсаф Вәдүтов, балетмейстер — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Өфө тамашасыһы яңы спектаклде ихлас алҡыштар менән ҡабул итте, артистарҙы оҙаҡ ваҡыт сәхнәнән ебәрергә теләмәне.

Салауат театрының Өфөләге гастролдәре аншлаг менән уҙҙы
Салауат театрының Өфөләге гастролдәре аншлаг менән уҙҙы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb