Салауат Юлаев исемендәге премияға Башҡорт драма театры үҙ кандидаттарын тәҡдим итте

Салауат Юлаев исемендәге премияға Башҡорт драма театры үҙ кандидаттарын тәҡдим итте

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Художество советы Гүзәл Яхина романы буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» һәм Мәжит Ғафури повесы буйынса «Ҡара йөҙҙәр» спектаклдәрен юғары кимәлдә сәхнәләштергәндәре өсөн театрҙың баш режиссеры Айрат Әхтәм улы Абушахмановты һәм баш рәссам Альберт Валерьевич Нестеровты Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим итте.

Уларҙың ижади эшмәкәрлеге тураһында уй-фекерҙәрегеҙҙе, теләктәрегеҙҙе Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. адресына, йә иһә төркөмгә хат итеп яҙып ебәрә алаһығыҙ. Яҙмалар театр төркөмөндә урын аласаҡ.

«Ижадсылар икеһе берлектә сәхнәләштергән спектаклдәр театрҙы Рәсәй кимәлендә танытты, меңәрләгән тамашасыларҙың һөйөүен яуланы, тәнҡитселәр тарафынан юғары баһаланды - уларҙы сәхнәләштергән ижадсылар ҙа юғары баһаға лайыҡ», - тип фекерләй театр коллективы.

Салауат Юлаев исемендәге премияға Башҡорт драма театры үҙ кандидаттарын тәҡдим итте
Салауат Юлаев исемендәге премияға Башҡорт драма театры үҙ кандидаттарын тәҡдим итте

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb