Салауат Юлаев музейы «Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә» исемле түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашырға саҡыра

Салауат Юлаев музейы «Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә» исемле түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашырға саҡыра

2020 йылдың 7 октябрендә «Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә» исемле түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ. Ул Республика көнөнә, Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаевтың үлеменән 220 йыл үтеүгә, Салауат Юлаев музейының 55 йыллығына арнала. Конференция онлайн-форматта ZOOM  платфомаһында үтәсәк.

Салауат Юлаев музейы крайҙы өйрәнеүселәрҙе, ғалимдарҙы, мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, батыр шәхесен өйрәнеүселәрҙе сарала ҡатнашырға саҡыра.

Сара Салауат районының Малаяҙ ауылында, Салауат Юлаев музейында (Совет урамы, 61 а йорт) үтә. 11 сәғәттә башлана.

Эштең мөһим йүнәлештәре: Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаев тураһында тарихи мираҫ һәм тарихи хәтерҙе һаҡлап ҡалыу һәм өйрәнеү, Cалауат Юлаев образын музейлаштырыу, Cалауат Юлаев музейының 55 йыллыҡ тарихы.

Тулыраҡ мәғлүмәт ошонда. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb