Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәле булды

Салауат Юлаев премияһы лауреаттары билдәле булды

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 

Быйыл был абруйлы наградаға «Ғәмәл дәфтәре» шиғырҙар һәм поэмалар китабы өсөн яҙыусы, «Ағиҙел» әҙәби-нәфис һәм публицистик журналының проза бүлеге мөхәррире Салауат Әбүзәров, «Арҡайым» балеты өсөн композитор, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының композиция кафедраһы мөдире Ләйлә Исмәғилева һәм «Кремль балеты» театрының художество етәксеһе, баш балетмейстеры Андрей Петров, «Салауат күпере» ижади проекты өсөн рәссам, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты профессоры Рифҡәт Арыҫланов лайыҡ булды.

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы 1967 йылда булдырылғайны. Ошо арауыҡта уға 140-тан ашыу кеше һәм бер ижади коллектив  лайыҡ булды. Улар араһында Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Баязит Бикбай, Сәғит Ағиш, композиторҙар Заһир Исмәғилев, Нариман Сабитов, рәссамдар Александр Тюлькин, Борис Домашников, Әхмәт Лотфуллин, шулай уҡ Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле бар.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb