Батыр рухы менән һуғарылған йыйын

Батыр рухы менән һуғарылған йыйын

Милли батырыбыҙҙың тыуған төйәгендә Салауат Юлаевтың тыуыуына 263 йыл тулыуға арналған олуғ йыйын үтте. Быйылғы байрам  «Берҙәмлек» фестиваленә үрелеп барыуы менән дә иҫтәлекле. Салауаттар майҙанда яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сыҡҡан ялан батырҙарын да тәбрикләне.

Салауат батырҙың  баласаҡ эҙҙәрен һаҡлаған, батырлыҡ орлоҡтары һалған, ижадҡа илһам биргән изге төйәк йәнә батыр рухы менән һуғарылды. Театрлаштырлған тамаша халыҡты быуаттар төпкөлөнә алып инеп тарих ауазын ишеттерҙе, Салауат Юлаевтың тормош юлын тағы бер тапҡыр күҙ алдынан үткәрергә ярҙам итте.   Башҡорттоң моңло йырҙары булһынмы, һәлмәк  бейеүҙәреме, бар сығыштарҙан да илһөйәрлек  тойғоһо урғылып тора.  Бер майҙан булып сыҡҡан атлылар ҙа байрамға биҙәк, йәм өҫтәне. 
«Салауат йыйыны» йәш быуында тарихҡа, тыуған төйәккә һөйөү, ихтирам тәрбиәләгән мәртәбәле һәм үҙенсәлеклен ярыш-конкурстары менән айырылып тора. Быйыл сара уҡ атыусыларҙы бергә йыйҙы. 3 тиҫтәгә яҡын  уҡсы ике көн дауамында  мәргәнлеккә һынау тотто. Ҡатнашыусылар араһында ир-егеттәр генә түгел гүзәл зат вәкилдәре лә бар. Алһыу Кинйәбаева был спорт төрө менән йыл башынан ғына шөғөлләнә, әммә хәҙер үҙен уҡ менән яндан башҡа күҙ алдына ла килтермәй. Салауат йыйыны  башҡа төр спорт ярыштарына ла, милли уйындарға ла бай булды. Бер майҙанда бил бирмәҫ батырҙан көс һынашһа, халыҡты иң күп йыйған сара-бәйге. Уҡтай алға атылған толпарҙарҙы бар халыҡ  әҫәрләнеп күҙәтте. 
Майҙан буйлап теҙелгән тирмәләрҙә иһә Салауат районында йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, көнкүреше менән танышырға мөмкин. Һәр тирмә янында яһалма быуаларҙа эшләнгән, улар байлыҡ, муллыҡ билдәһе. Һыуға хатта тере балыҡтар ҙа ебәрелгән.
Тирмәләрҙә быуындан-быуынға тапшырылып килгән  ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы күрергә була. Мәҫәлән,  Рәүилә Нафиҡова майҙанға балаҫ һуғыу станогын алып килгән, ул боронғо замандарҙан ҡулдан-ҡулға тапшырылып килгән аманат. Быйыл ғаилә  ҡоролманы бер аҙ яңыртып та алған, хәҙер уны ике яғынан йырҙарҙа данланған Ерән ҡашҡа менән Ҡара юрға биҙәй. Балаҫ һуғыу  матурлыҡҡа һөйөү уята, ти Рәүилә ханым.
Быйылғы Салауат йыйыны «Берҙәмлек» фестивале менән үрелеп барҙы. Тиҫтәнән ашыу дәүләттән килгән ҡунаҡтар үҙ халҡының мәҙәниәте, йолалары менән таныштырҙы. Сағыу  милли костюмдар, дәртле сығыштар бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Сәхнә шотланд, һинд,  иран, серб һәм башҡа халыҡтарҙың  йыр-бейеүҙәренән яңғырап торҙо.
Амардиип Сингх, Һиндостан ҡунағы: «Башҡортостандың тәбиғәте иҫ киткес, халҡы ҡунаҡсыл. аш-һыуҙарығыҙ бик тәмле. Әле Салауат Юлаевтың тарихы, уның халҡы, иле өсөн   йәнен-тәнен аямай көрәшеүе хаҡында ишетеп таң ҡалдым».
Салауаттар яҙғы баҫыу эштәренә лә йомғаҡ яһаны, көндәр  ямғырлы тороуға ҡарамаҫтан сәсеү ваҡытында тамамланған, майҙандар киңәйтелгән, яңы күльтуралар сәселгән. Әле лә лә баҫыуҙарҙа эш ҡайнай. 
Йәмле Йүрүҙән буйында Салауат төйәгендә үткән байрам халыҡҡа бер йылға етерлек көс-дәрт бирҙе.  Тәбиғәт тә кешеләр менән бергә ҡыуанды, нурҙарын йәлләмәй һибеп байрамға кәйеф, йәм өҫтәне.
Һабантуй, «Берҙәмлек» фестивале менән үрелеп барһа ла  был байрам Салауат рухы менән һуғарылған. Сөнки был изге төйәктәге һәр бер аршын ер  үҙе үк батыр  хаҡында хәтерләтеп тора.  

Сығанаҡ: http://tv-rb.ru/bash/novosti/m-ni-t/salauat-be-e-arala/

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb