Салауат Юлаевтың тыуған ауылы - боронғо Тәкәй ерендә мәрмәрташ стела асыу тантанаһы үтте

Салауат Юлаевтың тыуған ауылы - боронғо Тәкәй ерендә мәрмәрташ стела асыу тантанаһы үтте

7 июлдә Салауат районында Салауат Юлаевтың тыуған ауылы - боронғо Тәкәй ерендә Пугачев ихтилалы мәлендә яндырылған һигеҙ ауыл иҫтәлегенә мәрмәрташтан стела асыу тантанаһы үтте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Башҡорт халҡының тарихы комиссияһы рәйесе Нурислам Мирхәйҙәр улы Ҡалмантаев стела ҡуйған милләттәштәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

 Шанлы-данлы тарихты мәңгеләштереүгә арналған эште тормошҡа ашырыусылар: “Салауат Юлаев вариҫтары” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Виктор Сәлим улы Хәкимовҡа, Салауат Юлаев музейының ғилми хеҙмәткәре Вилмир Иштимер улы Сафинға, скульптор Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Мәүлитбай Рамаҙан улы Хәлиловҡа, Янғантау шифаханаһы дизайнеры Урал Рафиҡ улы Мырҙашевҡа, уларҙы хуплап, ярҙам күрһәткән Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Фәрәх улы Кашаповҡа ҙур рәхмәт, тип яҙа Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb