Салауат ҡалаһында "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында виртуаль концерт залы асылды

Салауат ҡалаһында "Мәҙәниәт" милли проекты ярҙамында виртуаль концерт залы асылды

Салауат ҡалаһының моделле балалар китапханаһында виртуаль концерт залы асылды. Бында «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында музыка сәнғәтен киң йәйелдереү өсөн шарттар булдырылған, теләге буған һәр кем сихри музыка донъяһына яҡыная ала. Тура трансляциялар артистарҙың һәм коллективтарҙың иң яҡшы сығыштарын ҡарау һәм тыңлау мөмкинлеген бирә.

Бөтә Рәсәй виртуаль концерт залын асыу тантанаһында Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Олеся Арестова был сараның мөһимлеген һәм әһәмиәтен билдәләне.

Бөтә Рәсәй виртуаль концерт залы - Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының күләмле проекты, ошо арҡала илдең күпселек төбәктәрендә йәшәүселәр академия музыка сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләрен тыңлай ала. Проекттың маҡсаты – академия музыка сәнғәтен киң йәйелдереү һәм, алдынғы мәғлүмәт технологияларын файҙаланып, тотош илде берҙәм мәҙәни киңлеккә туплау.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb