Кисә, 11 октябрь көнө, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзалары Республика көнө уңайы менән Салауат батыр һәйкәленә сәскәләр һалыуҙа ҡатнашты.
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторҙо. Союз рәйесе Зәки Әлибаев, уның урынбаҫары Рәшит Зәйнуллин, күренекле шағирәләр Лариса Абдуллина, Зөлфиә Ханнанова, донъяның виртуоз ҡубыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ләйлә Аралбаева, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева ҡатнашты.
Лариса Абдуллина батырыбыҙға арнап яҙған шиғырын уҡыны, уның күптән түгел Эстонияла табылған һүрәтенең күсермәһен халыҡҡа күрһәтте. Сара Салауат батыр рухына арнап аят уҡыу менән тамамланды.