“Самрау” балалар студияһы йәш таланттарҙы көтә

“Самрау” балалар студияһы йәш таланттарҙы көтә

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһендә, уңышлы эшләп килгән балалар театр студияһы үҙ эшен дауам итә. Әгәр ҙә балаларҙың ҡыйыу, ирекле, аралашыусан булыуын теләһәгәгеҙ, студияға рәхим итегеҙ. Балалар хореография, вокал, сәхнә теле һәм сәхнә хәрәкәттәре буйынса шөғөлләнәсәк. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, актерҙар Урал Әминов, Гөлфиә Рафиҡова һәм вокал буйынса уҡытыусы  Екатерина Емельянова студияға йөрөүсе балалар менән ихлас шөғөлләнә.

Студияға 7 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге балалар йөрөй. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр: дүшәмбе һәм кесе аҙна сәғәт 16.00 - 19.00 тиклем барасаҡ.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb