М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры эргәһендә уңышлы эшләп килгән балалар театр студияһы яңы йылдан йәш таланттарҙы йыя. 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы башҡорт театрының йондоҙҙары Суфия Ҡорбанғәлиева (сәхнә теле), Илсур Ҡаҙаҡбаев (актер оҫталығы), Руслан Хайсаров (сәхнә хәрәкәте), Урал Әминов (бейеү), Диләрә Иҙелбаева (вокал) һәм башҡалар өйрәтә. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр: дүшәмбе һәм кесе аҙна 16.00 - 19.00 тиклем бара. Белешмәләр өсөн телефон: 89173441824