Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһендә, уңышлы эшләп килгән балалар театр студияһы үҙ эшен дауам итә. Әгәр ҙә балаларҙың ҡыйыу, ирекле, аралашыусан булыуын теләһәгәгеҙ, студияға рәхим итегеҙ. Балалар хореография, вокал, сәхнә теле һәм сәхнә хәрәкәттәре буйынса шөғөлләнәсәк. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, актерҙар Урал Әминов, Гөлфиә Рафиҡова һәм вокал буйынса уҡытыусы Екатерина Емельянова студияға йөрөүсе балалар менән ихлас шөғөлләнә.
Студияға 7 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге балалар йөрөй. Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр: дүшәмбе һәм кесе аҙна сәғәт 16.00 - 19.00 тиклем барасаҡ.