“Самрау” балалар студияһы театр миҙгеленә йомғаҡ яһаны

“Самрау” балалар студияһы театр миҙгеленә йомғаҡ яһаны

25 декабрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Самрау” балалар студияһы ижади отчет менән ата-әсәләр һәм тамашасылар алдында сығыш яһаны.

Дүрт ай эсендә балалар хореография, вокал, сәхнә теле һәм сәхнә хәрәкәттәре буйынса шөғөлләнде. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, актерҙар Урал Әминов, Гөлфиә Рафиҡова һәм вокал буйынса уҡытыусы  Екатерина Емельянова студияға йөрөүсе балалар менән эшләне. Студияға барлығы 19 бала йөрөй, кемдәрҙер беренсе йыл ғына килһә, ә икенселәр бер-нисә миҙгел инде шөғөлләнә, улар араһында театр спектаклдәрендә ҡатнашыусы балалар ҙа бар. Мәҫәлән, Илназар Әхмәтйәнов театрҙың һигеҙ спектаклдә ҡатнаша.

Ижади концертта студияға йөрөүсе бөтә балалар ҙа ҡатнашты. Яңы йылға арналған тамашала Солтан исемле ханға тирә-яҡта йәшәүсе оҫталар йыйыла, һәр береһе үҙенең һәләте менән байрамға ҡушыла: акробатика, эттәрҙе өйрәтеүсе ханым, Моң иленең ҡыҙының йыры, һәр ваҡыт моңһоу йөрөгән, әммә кешеләрҙе күңел астырырға тейеш булған Арлекин, фокусниктар һәм башҡалар – барыһы ла яңы йыл кәйефен булдырыуҙа әүҙем ҡатнашты. “Самрау” балаларының күңелле тамашаһына хатта йылдар аша атлап Мәжит Ғафури үҙе килде.

Ижади концерт тамашасылар күңеленә хуш килде, балалар сәхнәлә сығыш яһау бәхетен татыуҙан йәм тапһа, ата-әсәйҙәр иһә балаларының уңыштары өсөн ғорурлыҡ хисе тойҙо.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb