Ошо көндәрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт акавдемия драма театры коллективы менән бер рәттән театр янында эшләп килгән «Самрау» балалар театр студияһы ла сираттағы ижад миҙгелен йомғаҡлай. 23 май 18.00 сәғәттә студияла шөғөлләнеүселәр үҙҙәренең ижади отчеты менән сығыш яһай - Владимир Железниковтың «Чучело» повесы буйынса «Ҡарасҡы менән селфи» тигән супер заманса спектакль тәҡдим итә.
Ни өсөн супер? Сөнки беҙгә билдәле әҫәрҙе балалар заманлаштырып, бөгөнгө күҙлектән сығып башҡара, икенсенән уҡыусылар үҙҙәренең шәхси күҙәтеүҙәрен - үҙ видеосюжеттарын да ҡуллана.
Ролан Быковтың 1983 йылда төшөрөлгән «Чу́чело» (В.Железников) художестволы фильмын күптәр хәтерләйҙер. Фильм бәғерһеҙлек һәм хыянатҡа ҡаршы тора алған алтынсы синыф уҡыусыһы Ленка тураһында.
«Самрау»ҙың «Ҡарасҡы менән селфи» супер спектакленең режиссеры- Илсур Ҡаҙаҡбаев. Төп ролдәрҙә – Софья Коваленко, Илхан Әхмәтйәнов.
Спектакль Бәләкәй залда үтәсәк.