Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма теары эргәһендә эшләп килгән "Самрау" балалар театр студияһы тамашасыларҙы, дуҫтарҙы, атай-әсәйҙәрҙе үҙенең отчет концертына саҡыра.
Студияла ижади тормош гөрләй, йәш артистар аҙнаһына ике тапҡыр үҙҙәренең уҡытыусылары менән осрашыуға, мауыҡтырғыс дәрескә, танылған сәхнә артистары менән йәнә аралашырға, тип театрға ашыға.
Тамаша-концерт 30 майҙа Зәки Вәлиди урамы, 34 адресы буйынса, 18.00 сәғәттә театрҙың Бәләкәй залында уҙасаҡ.
Ял көндәрен файҙалы һәм күңелле үткәрегеҙ, балаларығыҙ менән бергә театрға килегеҙ, хөрмәтле атай-әсәйҙәр. Беҙҙең йәш таланттар тәҡдим иткән күңелле этюдтар, шаян һәм лирик бейеүҙәр, шиғырҙар, йырҙар һеҙҙең кәйефтәрҙе күтәрер.
Рәхим итегеҙ! Инеү бушлай.