Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры эргәһендә эшләп килгән "Самрау" балалар театр студияһы тамашасыларҙы, дуҫтарҙы, атай-әсәйҙәрҙе ҙур концертҡа саҡыра.
Театр сайтынан хәбәр итеүҙәренсә, быйылғы миҙгелдә студияла 13 бала шөғөлләнгән. Балалар сәхнәлә үҙҙәренең тәүге аҙымдарын яһап өлгөргән дә инде. Мәҫәлән, театрҙың репертуарында барған “Ҡаһым түрә”, “Февраль.Буран…”, “Мулла”, “Ай тотолған төндә, “Руди - never off” , “Ике төш”, “Нәркәс”, “Шәүрәкәй”, исемле сәхнә әҫәрҙәрендә ҡатнашҡан йәш артистар. Хатта студияла шөғөллөнеүсе Ильназар Әхмәтйәнов коллектив менән бергә үҙенең тәүге ижади сәфәренә лә сыҡты - Ҡазан ҡалаһында уҙған гастролдәргә барҙы. Бейеү буйынса ла йәш артистар еңеү яуланылар - “Китапты бейеп күрһәтәбеҙ” исемле асыҡ республика конкурсында “Урал батыр” эпосы буйынса ҡуйылған бейеү өсөн I урынға лайыҡ булдылар.
Студияла ижади тормош гөрләй, йәш артистар аҙнаһына ике тапҡыр үҙҙәренең уҡытыусылары менән осрашыуға, мауыҡтырғыс дәрескә, танылған сәхнә артистары менән йәнә аралашырға, тип театрға ашыға.
Йәш артистарға белем биреүсе, тормош һәм сәхнә тәжрибәһе менән уртаҡлашыусы ағай –апайҙар - Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Суфия Ҡорбанғәлиева (сәхнә теле), режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев (актер оҫталығы), актриса Юлиә Ғәләүетдинова (актер тренингы), актер-бейеүсе Урал Әминов (хореография), вокал буйынса дәрестәр алып барыусы Диләрә Иҙелбаева (вокал), студия етәксеһе Зилә Баймырҙина һәм студия кураторы Олег Ханов студияла шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың ижади һәләттәрен асырға, коллективта, йәмғиәттә үҙ-үҙҙәрен тоторға, хыялдарға юл асырға ярҙам итәләр.
Тамашасыларҙы йәш артистар ҙур тулҡынланыу менән көтә.
Тамаша-концерт 3 июндә 13.00 сәғәттә Башҡорт драма театрының Бәләкәй залында (Зәки Вәлиди урамы, 34) уҙасаҡ. Инеү бушлай.
Йәш таланттар тәҡдим иткән күңелле этюдтар, шаян һәм лирик бейеүҙәр, шиғырҙар, йырҙар кәйефтәрҙе, һис шикһеҙ, күтәрер, тип ышанабыҙ.
Тамашаға рәхим итегеҙ!