Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры эргәһендә эшләп килгән "Самрау" балалар театр студияһы тамашасыларҙы, дуҫтарҙы, атай-әсәйҙәрҙе ҙур концертҡа саҡыра.
25 декабрь көнө 18:00 сәғ. "Самрау" балалар театр студияһы Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" әҫәре буйынса мини-спектакль тәҡдим итә.
Балалар сәхнәлә үҙҙәренең тәүге аҙымдарын яһап өлгөргән дә инде. Мәҫәлән, театрҙың репертуарында барған “Ҡаһым түрә”, “Февраль.Буран…”, “Мулла”, “Ай тотолған төндә, “Руди - never off” , “Ике төш”, “Нәркәс”, “Шәүрәкәй”, исемле сәхнә әҫәрҙәрендә ҡатнашҡан йәш артистар. Хатта студияла шөғөллөнеүсе Ильназар Әхмәтйәнов коллектив менән бергә үҙенең тәүге ижади сәфәренә лә сыҡты - Ҡазан ҡалаһында уҙған гастролдәргә барҙы. Бейеү буйынса ла йәш артистар еңеү яуланылар - “Китапты бейеп күрһәтәбеҙ” исемле асыҡ республика конкурсында “Урал батыр” эпосы буйынса ҡуйылған бейеү өсөн I урынға лайыҡ булдылар.
Студияла ижади тормош гөрләй, йәш артистар аҙнаһына ике тапҡыр үҙҙәренең уҡытыусылары менән осрашыуға, мауыҡтырғыс дәрескә, танылған сәхнә артистары менән йәнә аралашырға, тип театрға ашыға.
Тамашасыларҙы йәш артистар ҙур тулҡынланыу менән көтә.
Спектаклгә рәхим итегеҙ!