Сан-Францискола Булат Йосоповтың «Бабич» фильмы күрһәтелде

Сан-Францискола Булат Йосоповтың «Бабич» фильмы күрһәтелде

Сан-Францискола фажиғәле һәм батыр яҙмышлы шағирҙарҙың береһе - Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған «Бабич» фильмы күрһәтелде. Булат Йосопов режиссерлығында фильм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаралған.

Тыуған милләте өсөн янып йәшәгән, рәсми дәрәжә­ләр бирелмәһә лә ике мөсәл ғүмерендә халыҡ шағиры­на әйләнеп өлгөргән Шәйехзада Бабич - халыҡ күңе­лендә, ил йөрәгендә...

"Бабич"-башҡорт кинематографияһы тарихында донъя күргән тәүге художество тарихи фильм. Күренекле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың тормош һәм ижад юлына арналған яңы кинотаҫма тамашасы алдына үткән быуаттың 1916-1919 йылдарын күҙ алдына баҫтыра.

Фильмдағы бар эпизодтар ҙа тарихи дәлилдәргә, документтарға таянып ижад ителгән. Картина яңы йөҙҙәр, яңы артистар асыуы менән үҙенсәлекле. Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров- Шәйехзада Бабич ролен башҡара.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb