Санкт-Петербургтағы "Наза" башҡорт бейеүҙәре ансамбле балалар һәм өлкәндәр төркөмөнә бейеүселәр йыя

Санкт-Петербургтағы "Наза" башҡорт бейеүҙәре ансамбле балалар һәм өлкәндәр төркөмөнә бейеүселәр йыя

Санкт-Петербургтың «Наза» башҡорт бейеүҙәре коллективы дәрт-дарманлы йәштәрҙе саҡыра. Ансамблдә ике төркөм эшләй.

Балалар төркөмөндә 7 йәштән ҙурыраҡ ҡыҙҙар һәм малайҙар шөғөлләнә. Йәш бейеүселәргә ритмика, координация, моңлолоҡто үҫтереү өсөн айырым дәрестәр үтәсәк.

15 йәштән олораҡтар өсөн дәрестәр бушлай. Төркөм башҡорт бейеүҙәрен генә өйрәнеп ҡалмаясаҡ, мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнашасаҡ, ти ойоштороусылар.

Өлкәндәр төркөмөнөң тәүге дәресе 3 октябрҙә үтте.

Тулыраҡ мәғлүмәт Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайын сәхифәһендә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb