Санкт-Петербургта ҡыҫҡа метражлы башҡорт кинолары күрһәтеләсәк

Санкт-Петербургта ҡыҫҡа метражлы башҡорт кинолары күрһәтеләсәк

Санкт-Петербург ҡалаһында FilmFest Club менән берлектә «Өҙәңгеләге» («На Стремянной») (Өҙәңге урамы, 20 адресы буйынса) китапханаһында, 26 ғинуар көнө ҡыҫҡа метражлы башҡорт кинолары күрһәтеләсәк.

Башҡортостан режиссерҙары – Рәсәй һәм сит ил кинофестивалдәре призерҙарының ҡыҫҡа метражлы Андрей Носковтың «Шәхси эш» (2014), Таңсулпан Бураҡаеваның «Ике күрше» (2015), Айнур Асҡаровтың «Еңмеш» (2011), Роман Пожидаевтың «Япраҡ» дүрт кинофильмдары күрһәтеләсәк.

Андрей Носков «Шәхси эш» (2014 йыл)

Рядовой Корнилов командирынан урманда урынлашҡан хәрби объектты һаҡлау өсөн бойороҡ ала. Бер аҙнанан уны икенсе рядовой алмаштырасаҡ, тип вәғәҙәләйҙәр. Объектҡа килгәс, йоҡлау һәм һаҡлау урыны ла экскаватор булыуын аңлай. Бына бер аҙна ла үтеп китә, рядовойға алмаш һаман юҡ. Тамаҡ ашы ла әкренләп бөтә, һалдат экскаватор көрәгендә көн күрә...

Таңсулпан Бураҡаеваның «Ике күрше» (2015 йыл)

Ике ҡарт осо ла, ҡырыйы ла күренмәгән дала буйлапбер-береһен судлатыр өсөн Ырымбур ҡалаһына юллана. Юл буйлап килә торғас, ҡасандыр был ҡарттарҙың айырылғыһыҙ дуҫтар булыуы асыҡлана...

Роман Пожидаевтың «Япраҡ»  (2015 йыл)

Кеше күңелендә өмөт тигән көслө тойғоно уятыу, йәшәргә дәрт биреү өсөн ейәненең ҡарта­таһын шул тиклем ныҡ яратыуы һәм йәшәткеһе килеүе арҡаһында уйлап тапҡан балаларса хәйләһе – һары япраҡ осоп төшмәһен тип, елем менән йәбештереп ҡуйыуы хаҡында был нәфис фильм. Маһир актерыбыҙ Хәмит Яруллин­­дың уйнауы ныҡ тетрәндерә, ышандыра, фәһем дә бирә. Кескәй булыуына ҡарамаҫтан, Хәмит ҡарттың ейәне булып уйнаған Алсын Ғәлиевтең дә үҙ ролен еткереп, оҫта башҡарыуы хайран ҡалдыра. Олатай ролендә Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин. Был уның  кинолағы  һуңғы роле. Фильмды төшөргән саҡта уҡ ул ҡаты ауырый, тик  йөкмәтке менән яҙмышында уртаҡлыҡ барлығын белгәс, ролдән баш тартмай.

Айнур Асҡаровтың «Еңмеш» (2011 йыл)

Төп ваҡиға  ауылда бара. Ауыл мәҙәниәт йортонда һәр аҙна күрһәтелә килгән киносеанс тураһында.Төп герой һинд киноһының ярһыу фанаты булып сыға. Әммә яратҡан кинотаҫма ҡарарға эләгеү бер ҙә еңел булмай сыға..

Кинотаҫалар ҡарау  киске сәғәт 6-ла башлана.«Өҙәңгеләге»  китапханаһының сайты хәбәр итеүенсә, кино сеансына ошо телефон буйынса 764-40-65 алдан яҙылыу кәрәк.

Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb