Мәртәбәле сарала райондың мәҙәни көстәре һәм халыҡ кәсептәре оҫталары 2012 йылда сығыш яһағайны инде. Кисә район башлығы Р. Һ. Сыңғыҙов етәкселегендәге делегация — мәҙәниәт йорто артистары, «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре һәм клуб хеҙмәткәрҙәренең йыйылма фольклор ансамблдәре илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһына юлланды.
Әбйәлилдәр федераль һабан байрамының төп сәхнәһендә ике сәғәтлек концерт бирәсәк, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, кәсептәрен, ҡул эштәрен, милли кейемен һәм аш-һыуын сағылдырған күргәҙмә-туҡталҡа, кейеҙҙән ҡунаҡ тирмәһе ҡорасаҡ.
Әйтергә кәрәк, туҡталҡаны биҙәү өсөн әйберҙәр менән һәр ауыл биләмәһе ярҙам күрһәткән. Таштимерҙәр ҡорама, ташбулаттар балыҡсылыҡ ҡорамалдары, ишҡолдар ситән, буранғолдар тыранса, хәлилдәр йәнлек тиреләре, сиҙәмдәр туҙҙан яһалған әйберҙәр килтергән, гусевтар этноауылда ҡороласаҡ боронғо мунсаның каркасын әҙерләгән. Күренекле оҫтабикәләр — Амангилденән Ләлә Ғүмәрованың ҡорамалары, Ғәшүрә Әбүбәкерованың һуғылған әйберҙәре, Яңауылдан Рәсимә Һибәтованың буй балаҫтары, Асҡарҙан «Лилиә» ательеһының (С. С. Мансурова) милли косюмдары, Таштимерҙән Нәзир Сабитовтың, Илдар Хызыровтың талдан үреп эшләнгән йорт йыһаздары, Буранғолдан Кейеҙ йортоноң һәм Рәхмәт ауылы кейеҙ баҫыусыларының ҡул эштәре, Ишкилденән Ринат Зариповтың боронғо пилорамаһы күргәҙмәлә лайыҡлы урынын табасаҡ.
Тарихи үткәнебеҙҙе, матур бөгөнгөбөҙҙө сағылдырған зауыҡлы, зиннәтле күргәҙмәбеҙ, мул һыйлы милли кухнябыҙ һабантуй ҡунаҡтарын, һис шикһеҙ, үҙенә йәлеп итмәй ҡалмаҫ. Ҡунаҡсыл, йыр-бейеүгә маһир әбйәлилдәр федераль һабантуйҙа республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтер, тип ышанабыҙ.
Сығанаҡ: http://oskon-gazeta.ru