25 августан 27 авгусҡа тиклем Санкт-Петербург ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы көндәре үтәсәк. Күләмле сара барышында Башҡортостандың иҡтисади, инвестиция һәм туристик мөмкинлектәре менән таныштырасаҡтар, башҡорт еңел сәнәғәте модаһын, тауарҙар йәрминкәһен һәм «Ҡаҙ һәм бал» гастрофестивален күрһәтәсәктәр. Шулай уҡ Рәсәйҙең һәм Ленинград өлкәһенең эшҡыуарҙары менән бизнес-осрашыуҙар көтөлә.
Бынан тыш, республика көндәрендә БР Милли халыҡ ҡоралдары оркестры, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары, БР Милли симфоник оркестры һәм «Йатаған», «Хазина» һәм «Зәйнетдин» этно-проекттары ҡатнашлығында «Башҡортостан дуҫтарын йыя» концерты үтәсәк. Билдәле йырсылар Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтарҙың, Николай Басковтарҙың сығыш яһауы көтөлә.
Байрам барышында БР-ҙың туристик-мәғлүмәт үҙәге эшләйәсәк. Сарала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға республика режиссерҙары фильмдары — «Алдар и серый волк», «Ни пуха ни пера», «Охотник Юлдыбай», «Из Уфы с любовью» һәм «Отряд Таганок» кеүек кинокартиналар күрһәтеләсәк.