Сатира һәм юмор оҫтаһы Рәдиф Тимершин яҡты донъянан китте

Сатира һәм юмор  оҫтаһы Рәдиф Тимершин яҡты донъянан китте

Кисә билдәле яҙыусы-сатирик  Рәдиф Тимершиндың йөрәге тибеүҙән туҡтаны.  Тимершин Рәдиф Мәхмүт улы — шағир, сатирик һәм юморист ҡына түгел, ә тәржемәсе лә ине. Ул сатира һәм юмор  һөйөүселәргә әсе телле фельетондары, сатирик хикәйәләре аша таныш булды.

Рәдиф Тимершин 1947 йылдың 1 ғинуарында Яңауыл  районының Мәсәғүт ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм колхозсы ғаиләһендә тыуған. Үҙ ауылында һигеҙ йыллыҡ, күрше Ямаҙыла урта мәктәпте тамамлай. 1965—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый, 1970—1971 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтарылғандан һуң, «Һәнәк» журналында әҙәби хеҙмәткәр булып эш башлай. Республиканың төп сатира һәм юмор баҫмаһына үҙенең тиҫтә ярым йыл ғүмерен биреп, бер ни тиклем ваҡыт редакцияның әҙәбиәт, артабан хаттар бүлектәрен етәкләй. 1986—1988 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһында эшләп алғандан һуң, яңынан "Һәнәк"кә ҡайта һәм күңеленә ныҡ яҡын булған хеҙмәтен дауам итә. 1995 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында радио һәм телевидение журналисы йөгөн тарта, 1998 йылдан «Өмөт» гәзитендә бүлек мөдире була, 2004 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы (2007 йыл) хеҙмәт эшмәкәрлеген «Ҡыҙыл таң» гәзитендә дауам итә.

Әҙәбиәткә Рәдиф Тимершин ХХ быуаттың алтмышынсы йылдарына аяҡ баҫа: уның тәүге шиғыры матбуғатта 1963 йылда донъя күрә. Шулай ҙа әҙәби ижадҡа ныҡлап тотоноу осоро башлыса «Һәнәк» журналында эшләй башлауы менән тап килә. Аҙаҡтан әҙиптең асылын тулыһынса билдәләгән сатирик һәм юмористик әҫәрҙәр нәҡ ошо баҫмала хеҙмәт итеү арҡаһында донъяға килә лә инде. Уларҙың һаны бер нисә йөҙҙән ашып киткән. Рәдиф Тимершин йөҙләп сатирки хикәйә, өс йөҙләп фельетон һәм скетч авторы. Уҡыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителгән был әҫәрҙәренең байтағы урыҫ, белорус, казах, сыуаш, украин, үзбәк һәм башҡа ҡайһы бер телдәргә тәржемә ителгән. Әҙип үҙе лә тәржемә өлкәһендә әүҙем һәм емешле эшләй: илебеҙҙең төрлө милләт яҙыусыларының, атап әйткәндә М. Воловик, П. Ребро, П. Шабатин һәм башҡа әҙиптәрҙең сатирик һәм юмористик әҫәрҙәрен башҡорт уҡыусыһына тәүгеләрҙән булып ул еткерҙе.

Шағир ижади эшмәкәрлегенең башланғыс осоронан уҡ балалар поэзияһын үҙ итте һәм артабан да был йүнәлештә уңышлы ижад итеүен дауам итте. Уның 1974 йылда донъя күргән «Беренсе ҡар» исемле шиғырҙар китабы кескәй уҡыусылар өсөн матур бүләк булды һәм улар тарафынан бик йылы ҡабул ителде. Шуға ла был йыйынтыҡ ике йылдан урыҫ телендә лә нәшер ителде. Әҙиптең «Йомарт терпе» исемле балалар өсөн яҙылған пьесаһы Милли йәштәр театрында ҙур уңыш менән ҡуйылды.

Дөйөм алғанда, әҙип фельетондар, скетчтар, мәҫәлдәр, пьесалар, пародиялар, эпиграммалар, лирик шиғырҙар, балладалар һәм поэмалар менән бергә хикәйәләр һәм публицистик әҫәрҙәр ҙә әүҙем ижад итә. Уның «Йыһын һәм Кеше» поэмаһы үҙенсәлекле фәлсәфәүи уйланыуҙарға нигеҙләнеүе менән айырылып торһа, «Муса» исемле икенсе поэмаһында герой-шағир Муса Йәлил һәм уның көрәштәштәренең фашист концлагерындағы тотҡонлоҡ шарттарында күрһәткән тиңһеҙ батырлығына дан йырлай. «Тынма һин, тальян!» исемле поэмала иһә автор үҙенә генә хас алымдар менән һуғыш һәм хеҙмәт ветеранының ауыр яҙмышын уҡыусы күңелен ярып үтерлек итеп һүрәтләй.

Үҙенең барлыҡ әҫәрҙәрендә Рәдиф Тимершин заман яҙмышы, ваҡыт һәм дәүер үҙенсәлектәре, замандаштарының төрлө яҡлы тормошо тураһында уйлана, көндәлек ысынбарлыҡ менән шәхес намыҫы араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтар тыуҙырған һорауҙарға яуап эҙләне. Мәҫәлән, «Алданған» сатирик поэмаһында ул йәмғиәт һәм шәхес, түрәләр һәм ябай кешеләрҙең бик тә ҡатмарлы булған мөнәсәбәттәрен һүрәтләү аша беҙҙең һәр беребеҙҙе ғүмер буйы тиерлек боросоған мәсьәләләргә иғтибарҙы йүнәлтте.

Юмор һәм сатира оҫтаһы Рәдиф Тимершин тураһында яҡты иҫтәлектәр халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланыр.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb