Үҙәктең етәксеһе, шул уҡ ваҡытта Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Нәфисә Ғилметдинова һәм уның уҡыусылары кейеҙҙән тыуҙырған матурлыҡҡа әллә күпме һоҡланып ҡарап йөрөргә мөмкин. Тәбиғәт күренештәре, тарихи донъя, бөгөнгөбөҙ, хатта уйынсыҡтар, табынға ризыҡтарҙы ла улар шул тиклем оҫта итеп барлыҡҡа килтергән. Нәфисә – Саҡмағош ҡыҙы. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында уҡыған сағында кейеҙ эштәре менән мауыға башлай. Өфө районында Балалар ижады йорто ҡарамағындағы “Йәйғор” исемле студияла ошо өлкәлә ҙур тәжрибә туплай. Баш ҡалала эшләгәндә үк Милли музейҙа, “Урал” галереяһында , республика Хәрби дан музейында һәм башҡа урындарҙа үҙенең эштәре менән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Тыуған төйәге Саҡмағошта “Кейеҙ” үҙәген асыу ҙа уның күптәнге хыялы була. Тыуған еренә ҡайтҡас, уны тормошҡа ашырырға мөмкинлек тыуа, был ниәтен район хакимиәте лә хуплай. Саҡмағошҡа ҡайтыуына ике йыл тирәһе генә ваҡыт үтһә лә, әллә күпме эш башҡарырға өлгөргән. Бында ике зал булдырылған. Тәүгеһендә – ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу бүлмәһе. Бында өҫтәлдәге милли ризыҡтар: бауырһаҡ, бәлеш – барыһы ла кейеҙҙән эшләнгән. Шулай уҡ стенаға ауыл тәбиғәтен, йорт йылыһын, матурлығын сағылдырған паннолар ҙа эленгән. Орсоҡ әйләндереүсе ҡыҙ, һандыҡ һүрәтләнгән эштәрҙән ысынлап та йорт ҡото бөркөлә. Кейеҙҙән тегелгән милли кейем дә иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалмай. Икенсе залда йолалар, тарих, легендалар ҙур өлөштө биләй.