Сентябрҙә Башҡортостанда кинотеатрҙар һәм театр-концерт ойошмалары асыла

Сентябрҙә Башҡортостанда кинотеатрҙар һәм театр-концерт ойошмалары асыла

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров "Коронавирус инфекцияһы таралмауына бәйле “Юғары әҙерлек” режимы индерелеүе” тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе. Уларға ярашлы, 1 сентябрҙән кинотеатрҙар һәм кинозалдар, шулай уҡ мәҙәниәт йорттарында балалар түңәрәктәре үҙ эшен башлай.

15 сентябрҙән театр-концерт ойошмалары һәм мәҙәниәт йорттары ишектәрен аса.

Бөтә учреждениелар ҙа коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәйәсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb