«Серле шаршау» балалар һәм йәштәр театрҙары конкурсында 150-нән ашыу үҙешмәкәр артист ҡатнаша

«Серле шаршау» балалар һәм йәштәр театрҙары конкурсында 150-нән ашыу үҙешмәкәр артист ҡатнаша
Бөгөн Ҡыйғы районында «Серле шаршау» балалар һәм йәштәр театрҙарының республика конкурсы башланды. Быйыл Благовещен, Өфө, Бөрө ҡалаларының, Дүртөйлө, Дыуан, Туймазы, Салауат райондарының балалар һәм йәштәр театр коллективтары 13 спектакль сәхнәләштерә. Улар араһында драма, агитация-художестволы, музыкаль һәм ҡурсаҡ театрҙары бар. Форумға 150-нән ашыу үҙешмәкәр артист йыйылды.

Сығыштарҙы тәжрибәле жюри баһалай. Уның составына танылған театр сәнғәте эшмәкәрҙәре, педагогтар, режиссерҙар: Әхтәм Абушахманов, Мөсәлим Күлбаев һәм Айрат Абушахманов инә.

«Һәр спектакль ентекле тикшерелә. Бөгөн — конкурс көнө. Иртәгә жюри ағзалары режиссерҙар һәм театр коллективтары етәкселәре өсөн режиссура, башҡарыу оҫталығы, сәхнә, музыкаль яҡтан биҙәлеш буйынса ижади лаборатория үткәрә», — тип хәбәр итте Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ирина Захарова.

Еңеүселәр һәм призерҙар 28 октябрҙә «Серле шаршау» конкурсын ябыу тантанаһында иғлан ителә.

Сара балалар театр сәнғәтен (драма, ҡурсаҡ, музыкаль) үҫтереү һәм республика театр фестивалдәрен үткәреү традицияларын һаҡлау маҡсатында уҙғарыла. Ойоштороусылар — Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ҡыйғы районы хакимиәте, республика Театр эшмәкәрҙәре союзы.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb