12 марттан алып апрель уртаһына тиклемӨфө ҡалаһындағы Ш. Хоҙайбирҙин йорт-музейында күп төр күбәләк ҡанаттарынан эшләнгән картиналар күргәҙмәһе эшләй. Картиналар мозаика техникаһы менән эшләнгән. Мозаика техникаһы сәнғәттә яңы төр һанала. Ер йөҙөндә уның менән әлегә өс кеше генә ижад итә. Ошо ижад емештәре менән Ш.Хоҙайбирҙин йорт-музейында танышырға мөмкин. Шулай уҡ бында тропик илдәрҙән килтерелгән тере күбәләктәрҙе күреү мөмкинлеге бар.
Инеү хаҡы:
өлкәндәргә – 250 һум;
балаларға – 200 һум;
Коллектив менән – 180 һум.
3 йәшкә тиклемге балаларға бушлай.