Шағир Ирек Кинйәбулатовтың исеме мәңгеләштерелә

Шағир Ирек Кинйәбулатовтың исеме мәңгеләштерелә

Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры һәм яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ирек Кинйәбулатовтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында мәктәпкә, китапханаға һәм урамға шәхестең исемен бирергә тәҡдим ителде. Шағирҙың тыуып-үҫкән яғы Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендәге урамға, тыуған Абдулла ауылындағы мәктәпкә Ирек Кинйәбулатов исеме биреләсәк. Мәғлүмәт өсөн:
Кинйәбулатов Ирек Лотфый улы 1938 йылдың 15 июлендә Ҡырмыҫҡалы районының Абдулла ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң СССР Ҡораллы Көстәренә саҡырыла һәм 1957—1961 йылдарҙа Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт итә.

Запасҡа ҡайтарылғандан һуң Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә һәм уның филология факультетын 1966 йылда тамамлай. Бынан һуң йылдан артыҡ радио һәм телетапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләп ала. 1968 йылда Ирек Кинйәбулатовты «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзите редакцияһына эшкә саҡыралар һәм баҫманың республиканың Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала етәрлек дәрәжәлә журналист тәжрибәһе туплағас, ул редакцияла бүлек мөдире булып эшләй. 1980 йылдан «Ағиҙел» һәм «Һәнәк» журналдарында әҙәби хеҙмәткәр, Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир була. 1987—1998 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй, башҡа вазифалар менән бер рәттән ижади ойошманың пропаганда бюроһын етәкләй.

Мәктәп йылдарында уҡ ҡулына ҡәләм алған Ирек Кинйәбулатов шиғриәткә армия хеҙмәтенән һәм Башҡорт дәүләт университетынан һуң, уның филология факультетында нәҡ ошо йылдарҙа бигерәк тә әүҙем эшләгән «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәге аша килде. Радио һәм телевидение журналисына өҫтәп республикаһының төп гәзите «Башҡортостан»да үҙ хәбәрсе, артабан унда, журналдарҙа әҙәби хеҙмәткәр булып эшләү уны тормош йәһәтенән дә, ижад юҫығынан да ныҡлы аяҡҡа баҫтырҙы. Тәүге шиғри йыйынтығы «Баҫыу юлы» (1970) менән үҙен лирик шағир итеп танытҡан әҙип, артабанғы һәр яңы шиғыр һәм поэмалар китабы менән поэтик образдар һәм формалар, шулай уҡ һүҙ байлығы, һүрәтләнгән темалары, уларҙы асыуҙа ҡулланылған образдары менән үҙенсәлекле һәм даими уҡыусыһы булған шағирҙарҙың береһенә әйләнде. Ирек Кинйәбулатов поэзияһына юғары гражданлыҡ тойғолары, нескә хислелек һәм лирик кисерештәр хас. Уҙған быуаттың һуңғы һәм егерме беренсе быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында донъя күргән «Мин — башҡорт!» (1993), «Арғымаҡта» (1998) һәм «Замана тауышы» (2008) һәм башҡа йыйынтыҡтарында шағир көнитмеш, үҙ халҡының бөгөнгө һәм киләсәктәге яҙмышы хаҡында фәлсәфәүи планда ныҡлап уйлана.

Лирик шағирҙың тиҫтәләгән әҫәрҙәренә республикабыҙҙың билдәле композиторҙары Абрар Ғабдрахманов, Нур Даутов һәм башҡалар ижад иткән йырҙарҙың бихисабы популярға әйләнгән, улар радио һәм телевидение аша йыш яңғырай.

Ирек Кинйәбулатовтың әҫәрҙәре урыҫ, украин, нимес, татар, төрөк һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

Поэзия өлкәһендә әүҙем һәм егелеп ижад итеүе менән бер рәттән әҙип республиканың гәзит һәм журналдарында даими рәүештә публицистик һәм тәнҡит мәҡәләләре, көнүҙәк очерктары менән сығыш яһап тора.

Юғары ижади ҡаҙаныштары һәм башҡорт әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Ирек Кинйәбулатов Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, бер нисә әҙәби премия, шул иҫәптән яҡташтары — Ҡырмыҫҡалы районы булдырған Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияның 2007 йылғы лауреаты. Ирек Кинйәбулатов 2016 йылдың 2 июнендә 78-се йәшендә Өфө ҡалаһында вафат булды. 2018 йылда Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 80 йыл туласаҡ. Шағирҙың хәтерен мәңгеләштереү һәм архивын һаҡлау буйынса комиссия ултырышында Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылы мәҙәниәт йорто алдында шағирҙың һәйкәл бюсты ҡуйылыу тәҡдиме индерелде.  Киләсәктә Иҫке Бәпес ауылы китапханаһында һәм Өфө йылға училищеһы ҡарамағындағы Диңгеҙселәр йыйылышы музейында шағирҙың ижад юлына һәм тормошона арналған күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Гүзәл Багаева

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb