«Шағир көндәлеге» нәфис фильмы өҫтөндә эш тамамланды

«Шағир көндәлеге» нәфис фильмы өҫтөндә эш тамамланды

Башҡортостанда халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тормошона һәм ижадына арналған «Шағир көндәлеге» тулы метражлы нәфис фильмының премьераһына әҙерләнәләр. Булат Йосоповтың фильмы — Башҡортостан тарихына һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә арналған трилогияның («Бабич» һәм «Беренсе республика») һуңғы өлөшө.

Проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында тормошҡа ашырылған. Фильмды Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы төшөргән.

Кинотаҫманы төшөрөү хроникаһы түбәндәгесә:

2019 йылда проект тураһында иғлан ителде, аҡса йыйыу башланды (республикала йәшәүселәр 1 миллион һум йыйҙы).

Фильмға дәүләт ярҙамы — 16 миллион һум.

2020 йылдың башында фильмдың ролигы күрһәтелде.

2021 йылдың 29 мартында фильм төшөрөүгә старт бирелде.

2022 йылдың февралендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан фильм авторҙары картинаның тәүге тизерын күрһәтте.

2022 йылдың авгусында фильмды монтажлау эштәре тамамланды.

2022 йылдың сентябрендә көтөп алынған премьераға постер сыға.

«Шағир көндәлеге» фильмының премьераһы тиҙҙән билдәле була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb