Ғүмер уҙған һайын ижад донъяһына килгән саҡтарыбыҙ, бигерәк тә уҙған быуаттың 60-сы йылдары йышыраҡ хәтергә килә, һағындырып иҫкә төшә. Башҡорт әҙәбиәтенең гөрләп үҫкән алтын дәүерҙәре!
Нәҡ ошо осорҙа көслө тулҡын булып башҡорт әҙәбиәтенә, айырыуса шиғриәтенә яңы көстәр килде. Һүҙ оҫталығына яңы юғары талаптар ҡуйған ошондай күтәрелеш заманында һәр ижадсыға, бигерәк тә йәштәргә үҙ һүҙен уҡыусылар иғтибар итерлек, яңы күренеш булып баһаланырлыҡ дәрәжәлә әйтеүе еңел түгел ине, әлбиттә. Яңы шағирҙарҙың байтағы матбуғатта сыҡҡан тәүге әҫәрҙәре, беренсе китаптары менән үк үҙҙәренең һәләттәрен аса алды һәм был быуын башҡорт әҙәбиәтенең киләсәген билдәләрлек ышаныслы алмаш булып өлгөрҙө.
Хәсән Назар башҡорт шиғриәтендәге ошо ижади яңырыуҙың үҙәгендә булды. Уның “Бөркөттәр төйәге” тигән тәүге йыйынтығы 1971 йылда баҫылып сыҡты һәм юғары баһаланды. Бер рецензиянан өҙөк килтерәм: “Һүҙемде йомғаҡлап, шуны ғына әйткем килә: Хәсән Назаровтың был моң-хискә бай, бик тә кешелекле һәм талантлы йыйынтығы үҙ-үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан йәш шағирға ҡарата ҙур өмөттәр уята. Ә шағир юлы, уйлаһаң, башлана ғына әле”.
Тәүге китабы сыҡҡас та “талантлы” тигән һүҙҙе ишетеү бәхете бик һирәктәрҙең генә өлөшөнә төшә. Ә инде шулай тип һәр саҡ принципиаль ҡарашлы Рәми Ғарипов үҙе яҙған икән, тимәк, Хәсән Назар беренсе китабында уҡ ҡабатланмаҫ моңон, тапҡыр һүҙен тапҡан.
Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк: был мәҡәләһенә тиклем үк Рәми Ғарипов китаптарын бүләк иткәндә автографтарында Хәсән Назарға бик йылы һүҙҙәр арнаған, береһенә “Хәсәнемә оло ышаныс, үҙенә ошо ышаныстан да олораҡ мөхәббәт менән – Рәми ағайың. 09.01.70” тип яҙып ҡуйған. Рәми ағайҙың көндәлектәрендәге: “Ә минең, исмаһам, Рауилдарым, Тимерҙәрем, Мөхәммәтем, Хәсәндәрем, тағы әллә күпме бөрөләрем бар... (Рәшит кенә ауырыу, зато – гений). Юҡ, минең 18 йылым, бәлки, ул тиклем бушҡа ла үтмәгәндер” тигән юлдар 1968 йылдың 14 июнендә – Хәсәндең тәүге китабы сыҡҡансы уҡ теркәлгән.
Был йылдар күптән инде тарихта ҡалды. Яҙмыш йомғағын һүтә-һүтә, Хәсән Назар бына етмеш бишенсе артылышына артылды. Мин мәҡәләмдә шағир ижадын бәйнә-бәйнә байҡауҙы маҡсат итеп ҡуйманым. Уның әҫәрҙәре хаҡында Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Ғайса Хөсәйенов, Әхиәр Хәким, Нәжиб Асанбаев, Рәшит Солтангәрәевтәр – оло һүҙ оҫталары яҙҙы. 90-сы йылдар башында мин дә үҙ һүҙемде әйткәйнем. Бынан һуң ҡәләмдәшемдең шиғырҙарын һәм “Яҙмышты яҙам”, “Шәмсыраҡ”, “Асманға ашыу”, “Хакимлыҡта” тигән поэмаларын уҡығанда күңелемдә күпме тәьҫораттар тыуҙы, байтаҡ уй-кисерештәр тупланды. Шуларҙы әле уҡыусыларыбыҙға еткермәксемен.
Хәсән Назарҙың өйрәнсек миҙгелен мин хәтерләмәйем. Гәрсә һәр ижадсы тәүге тәжрибәләр һәм кемдәргәлер эйәреүҙәр, башҡаларҙы ҡабатлауҙар юлын үтһә лә, таланттар, зирәктәр был юлда оҙаҡ тотҡарланмай. Өҫтәүенә уларҙың һүҙгә талапсанлығы, ижадсы бурысы һәм намыҫы әле өлгөрөп етмәгән әҫәрҙе уҡыусыға тәҡдим итергә юл ҡуймай.
Хәсән Назар беренсе китаптан уҡ шиғриәттә үҙ урынын алды. Артабан уның “Шоңҡар сөйәм” тигән йыйынтығын ҡулға алып ҡыуандыҡ.
Ғүмерен һүҙ сәнғәтенә арнаған һәр кем өсөн һәр китап – уҡыусылар алдында оло һынау үтеү ул. Тәүге йыйынтығыңды күреү – автор өсөн ҙур шатлыҡ. Был шатлыҡ уҡыусыларҙың да ҡыуанысына әйләнһә, яуаплылыҡ нығыраҡ арта, сөнки үҙенең һәләтен күрһәтә алған яңы исемгә халыҡ ҙур өмөт бағлай: киләһе әҫәрҙәрендә ул үҙен нисек күрһәтер, ышанысты аҡлармы? Нимә генә тиһәң дә, беренсе йыйынтыҡҡа яҙғандарыңдың барыһын да тиерлек барлағандан-һайлағандан һуң иң лайыҡлылары инеп бөтә. Шуға ла икенсе китап – айырыуса ҙур һынау. Хәсән Назарҙың икенсе йыйынтығын сығармайыраҡ тороуы, бәлки, шул яуаплылыҡты үтә ныҡ тойоуҙан да киләлер.
Шағирлыҡтың Алла биргән сифат икәнлегенә Хәсән Назарҙың “Шоңҡар сөйәм” исемле яңы китабын уҡып сыҡҡандан һуң уҡыусылар тағы ла нығыраҡ инанғайны. Ошо йыйынтыҡтан һуң быуа йырылып киткәндәй булды. Шағирҙың “Заман заңы”, “Асманға ашыу”, “Ғүмер һәм дәүер” исемле йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Был баҫмаларға тупланған шиғырҙарҙың һәм поэмаларҙың иң матур яғы – уларҙағы уй-кисерештәрҙең тәбиғилеге, ябайлығы, кешесә булыуҙары. Хәсән телдең бәҫен зирәк тоя, шуға ла һүҙгә талапсан. Шиғриәттә генә түгел, мәҡәләләрендә лә шулай булды һәм булып ҡала. Ләкин айырып әйтке килә: һүҙгә генә түгел, Хәсән Назар үҙенең фекерҙәренә, тойғоларына ла талапсан, шиғырҙарына уларҙы һайлап индерә. Шағир өсөн иң ҡурҡыныс бәләләрҙең береһе булған яһалмалыҡ уға ят...
.....Алдағы яҙмышты төрлөсә юрарға мөмкин, ләкин киләсәктә ниҙәр булырын Аллаһ Тәғәлә үҙе генә белә. Бигерәк тә шағирҙарҙың яҙмышы ҡатмарлы. Ләкин Хәсән Назар иртәгә лә бөгөнгө һымаҡ, кисәге һымаҡ шиғриәткә тоғро ҡаласаҡ, телдең тәмен, һүҙҙең бәҫен белгән ҡәләмдәшебеҙ әҙәбиәт, рухиәт тигән хәстәр менән йәшәйәсәк. Яҙмышы, булмышы шул. Быны уның һуңғы осорҙа яҙған әҫәрҙәре лә раҫлап тора. Шағирҙың уйы тәрән, рухы юғары. Быға тиклемге ижадын йомғаҡлаған “Был мөхиттә” циклы, мәҫәлән, кеше яҙмышын ғына түгел, беҙҙең заман асылын эске бер тетрәнеү менән фәлсәфәгә, моңға һала.
Ә инде уның бына-бына донъя күрәсәк һайланма әҫәрҙәре йыйынтығын барыбыҙ ҙа көтөп аласаҡбыҙ.
Үҙе лә, ижады ла оҙон ғүмерле булһын!
Тулыһынса уҡырға: http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/24903-shair-yamyshy.html