Шайморатов ауылы данлыҡлы улын иҫкә алды

Шайморатов ауылы данлыҡлы улын иҫкә алды

Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылында Рәсәй Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 122 йыл тулыуға арналған тантаналы митинг уҙғарылды.

Сарала мәртәбәле ҡунаҡтар - Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы мөдире Фәриҙә Йосопова, район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров, РФ Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлек начальнигы, полиция подполковнигы Артур Хафизов ҡатнашты. Уларға шулай уҡ ауыл халҡы ҡушылды.

Сара Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалыуҙан башланды. Йыйылыусылар алдында муниципаль район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров сығыш яһап, Миңлеғәле Шайморатовтың батырлыҡ һәм ныҡлылыҡ өлгөһө булыуын билдәләне.

"Ул һәр ваҡыт көслө ихтыярлы һәм ҡорос холоҡло кеше, булдыҡлы хәрби командир һәм ғорурланырлыҡ шәхес булып ҡала. Бөйөк Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индергән, илебеҙгә 78 Советтар Союзы Геройы биргән легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның ҡаһарман командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың яҙмышы беҙҙе бер ҡасан да битараф ҡалдырмаясаҡ. Беҙ бер ҡасан да батыр яҡташыбыҙ хаҡында онотмаясаҡбыҙ, уның хаҡында иҫтәлекте йәш быуынға тапшырыуҙы үҙ бурысыбыҙ итеп ҡуясаҡбыҙ. Барығыҙҙы ла бөгөнгө көн уңайынан ҡотлайым, тыныс күк йөҙө, сәләмәтлек, именлек, иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем", - тине район етәксеһе.

"Беҙ, музейҙа эшләүселәр, 112-се кавалерия дивизияһының, Миңлеғәле Шайморатовтың ҡаһарманлығы хаҡында көн дә телгә алабыҙ, килеүселәргә улар хаҡында һөйләйбеҙ. Шулай уҡ халҡыбыҙ милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың батырлығын онотмай, ике быуаттан ашыу 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт батырҙарын иҫкә ала, улар менән ғорурлана. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәребеҙ, генерал Шайморатов һәм кавалеристарыбыҙ тураһында яҡты иҫтәлек тә быуаттар буйына һаҡланыр, тип ышанам. Беҙҙең бурысыбыҙ – ошо иҫтәлекте һаҡлау һәм быуындан-быуынға тапшырыу", - тине сығышында Фәриҙә Йосопова.

"Беҙҙең республикала Шайморатов генералды белмәгән кеше юҡтыр. Ил кимәлендә лә билдәле шәхес ул. Башҡортостанда шәхестең исеме урамдарға бирелгән, һәйкәлдәр бар. Уға арнап йырҙар йырлана, шиғырҙар яҙыла. Баш ҡаланың Дим биҫтәһендә тулыһынса легендар дивизияға һәм генерал Шайморатовҡа арналған музей эшләй. Хәрби Дан музейында уның айырым мөйөшө булдырылған. Һеҙҙең барығыҙҙы ла музейҙарыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ", - тине Республика Хәрби Дан музейы директоры Илшат Үтәев.

Артабан һүҙ РФ эске эштәр министрлығының район буйынса бүлек начальнигы, полиция подполковнигы Артур Хафизовҡа бирелде. Ул йәш полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итте:

"Һеҙ халыҡтың закон мәнфәғәттәре һағында үҙ көсөгөҙҙө йәлләмәйенсә намыҫлы хеҙмәт итергә, енәйәтселек менән көрәштә намыҫлы булырға, антҡа тоғро ҡалырға тейешһегеҙ. Беҙҙең хеҙмәт өлкәһендә күп нимә үҙгәрһә лә, бурыстар үҙгәрмәй, беҙ атай-олатайҙарыбыҙға, Рәсәй Геройҙарына, шәхсән Миңләғәле Шайморатовҡа тиңләшергә тейешбеҙ".

Артабан сара урындағы күп функциялы ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Унда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музей мөдире Фәриҙә Йосопова ҡунаҡтарға Ҡыҙыл Байраҡ, Ленин, Суворов һәм II-се дәрәжә Кутузов орденлы Чернигов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының күргәҙмәһен тәҡдим итеп, данлы дивизияның һуғыш юлына сәйәхәт ҡылды.

Ҡунаҡтар генерал Шайморатов һәм ҡыҙыл атлылар тураһында күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт ишетте. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: дивизия ойошторолоуҙың тәүге көндәренән үк дивизияның башҡорт телендә фронт гәзите сығарылған, сөнки дивизияның 90 процентын татар һәм башҡорттар тәшкил иткән. “Ҡыҙыл атлылар” тип аталған баҫма яугирҙәрҙе яңы еңеүҙәр яуларға рухландырған. Гәзиттең баш мөхәррире Али Карнай булған.

Шайморатов ауылы данлыҡлы улын иҫкә алды

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb