«Юлдаш» радиоһы хәбәр итеүенсә 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында рус телендә яҙылған поэма тиҙҙән башҡорт телендә баҫыласаҡ.
Украин шағиры Александр Медведенконың "Бөтмәҫ рейд" тигән әҫәрендә башҡорт атлыларының яу юлында дәһшәтле осорҙарҙың береһе - ул ваҡытта Ворошиловград тип йөрөтөлгән хәҙерге Луганск ҡалаһын дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнашыуы һүрәтләнә.
1943 йылдың февралендә 112-се дивизия ҡараған кавалерия корпусы Донбаста тәрән рейдта була, башҡорт атлылары ауыр юғалтыуҙар менән ҙур тимер юл станцияһы - Дебальцевоны ала. Ошо рейдта дивизия командиры Миңлеғәле Шайморатов һәләк була. Әйткәндәй, әле Луганск халыҡ республикаһында Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исемен юллап ҡултамғалар йыйыла.